+7 °С
Ямғыр
Еңеүгә - 80 йыл
мәғариф
8 Апрель , 09:43

Башҡорт телендә диктант яҙабыҙ

17 апрелдә “Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант” мәғариф сараһы үтәсәк. Ғәҙәттәгесә сара онлайн һәм офлайн төрҙә уҙа.

Башҡорт телендә диктант яҙабыҙБашҡорт телендә диктант яҙабыҙ
Башҡорт телендә диктант яҙабыҙ

БСТ, “Тамыр” телеканалдарында, “Ашҡаҙар” радиоһында, ойоштороусыларҙың рәсми сәхифәһендә һәм йәмәғәт селтәрҙәрендә сара Өфө ваҡыты буйынса 11 сәғәттә башлана. Һәр ҡатнашыусы диктантты өйәндә үҙ аллы яҙа ала. Онлайн ҡатнашыусыларҙың эштәре bashdiktant.ru/ рәсми сәхифәһендә, шулай уҡ “Мах” мессенджерында чат-боты аша 2026 йылдың 17 апреленә 23.59 сәғәткә тиклем (Өфө ваҡыты буйынса) ҡабул ителәсәк. Диктант ошо дәрәжәләр буйынса үтәсәк: 11.00-11.25 сәғәттә– башҡорт телен башланғыс кимәлдә үҙләштергән ҡатнашыусылар өсөн; 11.30-12.00 сәғәттә – башҡорт телендә ирекле аралашыусылар өсөн; 12.05-12.30 сәғәттә – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙыусылар өсөн. Офлайн ҡатнашыу өсөн сараның рәсми сәхифәһендә “Майҙансыҡтар” бүлегендә майҙансыҡты һайларға һәм алдан теркәлергә кәрәк. Сарала теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.

Автор:Айгуль Ахметьянова
Читайте нас