+24 °С
Ясно
Новости
8 Апреля 2022, 05:45

Шаранда фермер магазины төҙөү буйынса пландар бар

Шаран районының теплица хужалыҡтарында яңы ҡыяр уңышы өлгөрҙө.

Йәшелсәләрҙе ҡулай хаҡҡа һатып алыу мөмкинлеге булһын өсөн, уларҙы Шаран районы халҡына нисек яҡынайтырға? Был йүнәлештә алға китеш бар.
Фидан ИШЕМҒОЛОВ, Шаран районы башлығы:

-       Мине етештереүселәрҙең үҙ уңышын Өфөләге ҙур селтәрҙәргә күмәртәләп тапшырыуы, ә шарандарҙың фермерлыҡ продукцияһынан тыш ҡалыуы борсой. Райпо системаһы, үкенескә күрә, һаҡланмаған.

Шуға күрә Шаранда фермер магазины төҙөү буйынса пландар бар: районда үҫтерелгән бөтә нәмәне бер урында һатып алырға мөмкин. Ун ауыл хужалығы кооперативы араһында берәүһе генә эшкәртеү менән шөғөлләнә. Уҙған йылдың ноябренән алып Шаранда һөт цехы эшләй: халыҡтан йыйылған һөттө пастеризациялай һәм урындағы магазиндарға һата. Артабан да барырға мөмкин. Мәҫәлән, сөгөлдөрсөләр менән берлектә ҡуйыртылған һөт эшләп сығарырға. Бер еләк үҫтереүсе фермер быйыл джем, морса ҡайнатып, уларҙы трассала һатҡан. Йыл әйләнәһенә еләк үҫтереү өсөн теплица төҙөй башларға уйлай ул. Барыһы ла шундай энтузиастар ҡулында.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас