Былтыр йыл аҙағында Башҡортостанда «Төньяҡ амурҙары» тулы метражлы мультипликацион фильмын сығарыу тураһында иғлан иттеләр. 1812 йылда француздар башҡорт атлыларын шулай атаған. «Муха» студияһы хеҙмәткәрҙәре йәнһүрәтте лә шулай атаны.
Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләренә йәнһүрәттең икенсе өлөшөнән минут ярымлыҡ ролик урынлаштырҙы. Ул әлеге мәлдә өсөнсө, һуңғы өлөш өҫтөндә эш алып барылыуын хәбәр итте.
- "Төньяҡ амурҙары" ның экранға сығыуын һәм яңы шедеврҙар булыуын көтәбеҙ, - тип яҙҙы төбәк башлығы.