Байрамда 25 балыҡсы ҡатнашты, улар араһында балалар ҙа, шулай уҡ бер гүзәл зат та бар ине. Ярышҡа ғаилә менән килеүселәр ҙә булды.
Балыҡсылар иртәнге сәғәт 10-да боҙға сыҡты. Көн болотло булды. Көслө ел балыҡсыларҙың бер өлөшөн ҡурҡытты, күрәһең. Шуға ҡарамаҫтан, боҙ аҫтынан балыҡ тоторға яратыусыларҙың күбеһе алдан уҡ килеп, ярыш башланғанға тиклем ҡармаҡтарын тикшереп, үҙҙәренең ҡорамалдарын әҙерләп ҡуйҙы.
Ярыштарҙы тантаналы асыуҙан һуң балыҡ тотоуҙа ҡатнашыусылар, үҙҙәренә тап килгән урындарҙы һайлап, эшкә тотондо.
Һәм бына, ун бер сәғәттәр тирәһендә боҙ аренаға әйләнде: бәйгелә ҡатнашыусылар балыҡ ҡармаҡлай башланы, ә жюри барыһын да күҙәтеп барыу өсөн яйлы урын һайланы.
Байрамдың төп маҡсаты тотолған балыҡ күләме түгел ине иң мөһиме, ауылдаштар көнө буйы саф һауала, күлдә булды, дуҫ-таныштарын осратты һәм матур итеп аралашты.