+20 °С
Дождь
Новости
6 Апреля 2022, 11:16

Туймазының «Апогей» мебель фабрикаһы үҙ һатып алыусыларын тапты

Хәҙерге санкцияларҙың баҫымы шарттарында импортты алмаштырыу, моғайын, илебеҙҙең артабанғы үҫешен гарантиялаған төп факторға әүерелгәндер.

Ләкин импортты алмаштырыу бөгөн генә башламаны. Эшҡыуарҙар үҙҙәре билдәләүенсә, сифатлы продукция етештереүҙе ойоштороу ауыр, әммә импорт төрлөлөгөнә өйрәнгән клиенттарҙы ҡәнәғәтләндерерлек моделдәр әҙерләү күпкә ауырыраҡ.

Шуға ҡарамаҫтан, Туймазының «Апогей» мебель фабрикаһы үҙ һатып алыусыларын тапты. Тышҡы факторҙар эшкә ҡамасауламаһын өсөн, бында материалдар һәм комплектлаусы изделиелар етештереү цехы асылған.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас