+25 °С
Болотло
Новости
6 Апрель 2022, 04:34

Башҡортостанда өс бала бассейнда хлор менән ағыуланған

Октябрьскийҙа бассейнда өс бала хлор менән ағыуланыу осрағы буйынса енәйәт эше астылар.

Был хаҡта Башҡортостандың Тәфтиш комитеты хәбәр итә. Асыҡланыуынса, 3 апрелдә кискеһен дүрт ҡатын бәләкәй балалары менән шәхси йортта ҡуртымға алынған саунала ял иткәндәр. Балалар бассейнда һыу инәләр.

Өйгә ҡайтҡас, 6 йәшлек ҡыҙыҡай, 8 һәм 10 йәшлек малайҙар үҙҙәрен насар тоя башлай. Уларҙы дауаханаға тикшерергә алып китәләр. Табиптар уларҙа хлор пары менән ағыуланыуҙарын асыҡлаған. Тәфтишселәр ваҡиға урынын ҡарап сыҡҡан, йорт хужаларынан һәм балаларҙың ата-әсәләренән һорау алған. Күрһәтелгән хеҙмәттәрҙең законда билдәләнгән талаптарға һәм нормаларға тап килеүен тикшереү өсөн тейешле эксперт тикшереүҙәре тәғәйенләнгән.

Хоҡуҡ һаҡлаусылар ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай. Эш барышы һәм тикшереү һөҙөмтәләре республиканың тәфтиш идаралығында контролгә алынған.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас