- Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре ҡалала йәшәгән 42 йәшлек ирҙең бер нисә тапҡыр таныштарына һәм сит кешеләргә наркотик матдәләр етештереү һәм ҡулланыу өсөн фатир биргәнен асыҡланы, - тип хәбәр итте редакцияға Рәсәй Эске эштәр министрлығының Октябрьский ҡалаһы буйынса бүлегенең өлкән юрисконсульты Анна Сергеева.
- Кортунов урамындағы күп фатирлы йортта уның торлағынан һауыт-һаба һәм наркотик етештереү өсөн төрлө ингредиенттар ҡулланыуҙан алынды.
Наркопритонды ойоштороусыға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды.