+17 °С
Ясна
Новости
1 Апрель 2022, 08:50

Туймазы медицина колледжында эш биреүселәр форумы үтте

Республиканың һигеҙ үҙәк район һәм ҡала дауаханаһы вәкилдәре вакансиялар тураһында һөйләшеү өсөн Туймазы медицина колледжында осрашты.

Кадрҙар етмәү - илдең бик күп дәүләт дауалау учреждениелары проблемаһы. Пандемия был хәлде киҫкенләштерҙе генә. Дауаханаларҙа һәм поликлиникаларҙа табиптар, фельдшерҙар һәм шәфҡәт туташтары етмәй.

Ошо мәсьәләне хәл итеү өсөн Туймазы районының медицина колледжында эш биреүселәр форумы уҙҙы, унда республиканың һигеҙ район һәм ҡалаһы вәкилдәре ҡатнашты. Потенциаль эш биреүселәр йәш белгестәргә эшкә урынлашҡанда тәҡдим итә алырлыҡ бонустар һәм өҫтөнлөктәр хаҡында һөйләне, уларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.

 

Туймазы медицина колледжында эш биреүселәр форумы үтте
Туймазы медицина колледжында эш биреүселәр форумы үтте
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас