+22 °С
Дождь
Новости
30 Марта 2022, 12:37

Республика халҡын майҙа оҙайлы ялдар көтә

2022 йылдың майында нисек ял итәбеҙ?

Башҡортостан халҡын быйыл Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, Ураҙа байрамы һәм Бөйөк Еңеү көнө уңайынан оҙайлы ялдар көтә.

Оҙайлы ялдарҙың беренсе өлөшө 30 апрелдә башлана һәм 4 майға тиклем дауам итә. Ял көндәренең дөйөм дауамлығы биш көн тәшкил итәсәк.

Каникулдарҙың икенсе өлөшө 7 майҙан 10-на тиклем буласаҡ - дүрт көн.

Ғинуарҙағы байрам көндәрен күсереүгә бәйле май байрамдары оҙайтылды. 1 һәм 2 ғинуар 2022 йылда шәмбегә һәм йәкшәмбегә тура килгәнлектән, ял 3 һәм 10 майға күсерелде.

Ураҙа хөрмәтенә ял көнө дүшәмбе 2 майҙан шаршамбы 4 майға күсерелгән. Шулай итеп, Башҡортостанда йәшәүселәр май башында туғыҙ көн ял итә.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас