+23 °С
Облачно
Новости
28 Марта 2022, 10:02

Туймазыла ата-әсәләр БДИ тапшырҙы

26 мартта  Башҡортостанда «Бергәләп тапшырабыҙ. Ата-әсәләрҙең БДИ тапшырыу көнө» акцияһы уҙҙы. Был - Берҙәм дәүләт имтиханын уҙғарыу процедураһын үткәргән эшлекле уйын.

Унда буласаҡ сығарылыш уҡыусыларының ата-әсәләре ҡатнашты. Улар математика буйынса база кимәлендәге һынауҙарҙың ҡыҫҡартылған вариантын яҙҙы.

- Мин дә акцияға ҡушылырға булдым, - ти Туймазы районының Түбәнге Троицк ауылында йәшәүсе, урындағы Мәҙәниәт йорто етәксеһе Анна Рәхимова. - Имтихан процедураһы хаҡында мәғлүмәт алырға теләйем. Миңә, БДИ тапшырғанда, ҡыҙҙарыма нисек ярҙам итә алыуымды аңларға кәрәк ине.

Йөкләмәләрҙе үтәү өсөн ата-әсәләргә бер сәғәт ваҡыт бирелде. Рәхимова ауыр булыуға ҡарамаҫтан, барыһын да үтәй алды: БДИ-ны ул үҙе 14 йыл элек тапшырғайны.

- Мәктәпте тамамлаусыға нимә эшләргә кәрәклеген аңлағас, үҙемә лә тынысыраҡ булды. Мин балама имтихандарға конструктив һәм тыныс ҡарарға ярҙам итермен, тип уйлайым, - тине Түбәнге Троицкиҙа йәшәүсе.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас