- Суворов урамындағы 6-сы йорт эргәһенән (был мәсеттән алыҫ түгел) йөрөп булмай. Унан эттәр көтөүләп ҡойма аша һикерешеп, кешеләр артынан йүгерә. Был - ташландыҡ йорт, ләкин унда ниндәйҙер кешеләр йыш килә, берәҙәк хайуандарҙы ашата. Ләкин эттәр агрессив һәм көн һайын был урам буйлап йөрөгән балалар өсөн бик хәүефле бит! - тип яҙа Туймазыла йәшәүсе.
Район хакимиәтендә аңлатыуҙарынса, муниципалитетта хужаһыҙ хайуандар һанын көйләү, стерилләштереү, вакцинациялау эше алып барыла. Ветеринарҙар урамға аргессив булмаған тип тапҡан эттәрҙе генә ҡайтара.
Кешегә ҡарата нигеҙһеҙ агрессивлыҡ күрһәткән хайуандар ҡабаттан тотолорға тейеш. Ундай эттәр күренә башлаһа, «Рекс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең диспетчер хеҙмәтенә 8-962-53-31-800 йәки 8(34782) 7-90-11, 7-90-12 телефондары буйынса берҙәм диспетчер хеҙмәтенә шылтыратырға кәрәк.