+19 °С
Облачно
Новости
25 Марта 2022, 06:16

Туймазыла ике ир урамда кешегә һөжүм иткән

Туймазы ҡалаһында 44 йәшлек иргә һөжүм иткәндәр.

Ул төш ваҡытында саф һауаға сыҡҡан. Оҙаҡламай уның эргәһенә ике егет килеп, туҡмай башлағандар.

Ир ҡасып ҡотолған, ләкин енәйәтселәр уны ҡыуып еткән. Уларҙың береһе ҡасып барған кешенең күкрәгенә бысаҡ менән сәнскән. Һуңынан йәштәр машинаға ултырып ҡасҡан.

 Үтеп барыусылар яралыланған кешегә ярҙам иткән, дауаханаға алып киткәндәр. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Туймазы районы буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре һөжүм итеүсенең шәхесен асыҡлаған һәм уларҙы ҡулға алған. «Яуыз ниәт менән һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас