Һуңынан яҙыусы уҡыусылар менән аралашты. Ижади осрашыу яҙыусыға хас юмор һәм оптимизм менән һуғарылған иркен һәм дуҫтарса шарттарҙа үтте. Сараға йыйылыусылар яҙыусы тормошонан ҡыҙыҡлы факттар белде; әҙәби әҫәрҙәрҙе ижад итеү тарихын тыңланы. Осрашыу хаҡында иҫтәлеккә Әнәс Сафуанов балаларға үҙенең яңы китабын бүләк итте.