Эшҡыуар Екатерина Мортазина тәҡдим иткән тәүге проектты тикшереү барышында Туймазы ҡыҙы белгестәр етмәүе хаҡында белдерҙе. Ул балалар һәм өлкәндәр өсөн кейем-һалым етештереү менән шөғөлләнә. Ә бөгөн уға конструкторҙар, бесеүселәр, тегеүселәр талап ителә. Уға был проблеманы хәл итеүҙең ике юлы күренә: әҙер белгестәр ялларға әллә ошо һөнәрҙәргә белгестәр уҡытарға.
«Эшҡыуарлыҡ сәғәте»ндә ҡатнашыусы Рәмил Бакиев автосервис асырға йыйына. Үҙ эшен башлар өсөн ул уға социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтеүҙәрен һәм бина табыуҙа ярҙам итеүҙәрен һорай.
Район башлығы Айҙар Суфиянов яуаплы хеҙмәттәргә проекттарҙы тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнергә ҡушты.