Федераль һалым хеҙмәте 15 көн өсөндә һалымға тотоп ҡалынған аҡсаны алыу өсөн декларацияларҙы тикшерә. Федераль һалым хеҙмәте үҙ эшен ярайһы уҡ тиҙләтәсәк.
Был хаҡта Рәсәйҙең һалым инспекцияларына ебәрелгән эске бойороҡтан билдәле булды. РБК хәбәр итеүенсә, быға тиклем социаль тотоп ҡалыуҙар буйынса документтар өс ай тикшерелгән, һәм 30 көн эсендә аҡса күсереү ҡаралған булған.