+19 °С
Облачно
Новости
23 Марта 2022, 12:24

Туймазы халҡы бушлай юридик ярҙам ала аласаҡ

25 мартта Башҡортостанда Бөтә Рәсәй бушлай юридик ярҙам күрһәтеү көнө уҙғарыла.

Уны илдең Юристар ассоциацияһы һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесенең Үҙәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе ойоштора. Республикала был эште Ассоциацияның төбәк бүлексәһе контролдә тотасаҡ.

Был көндә республика буйынса 52 майҙансыҡта ҡабул итеү ойошторола. Кешеләр адвокаттарға, республика Прокуратураһы, Суд приставтары идаралығы хеҙмәткәрҙәренә, юристарға мөрәжәғәт итә ала. Бушлай консультациялар нотариустар ҙа бирәсәк. Туймазыла бушлай юридик ярҙам һорап иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 1-гә тиклем Островский урамы, 34 адресы буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Былтыр был акция сиктәрендә юридик ярҙам һорап 1700-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт итте. 2021 йылда ассоциация юристары Башҡортостанда йәшәүселәргә өс мең ярымдан ашыу кешегә консультация биргән.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас