+16 °С
Ясно
Новости
18 Марта 2022, 14:34

Туймазыла «Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәләре» спикерҙары үҙҙәренең уңыш тарихы менән таныштырҙы

«Ҡатын-ҡыҙ бәхете территорияһы» форумы барышында туймазылар эшҡыуарҙарҙың оҫталыҡ дәрестәрендә булды.

Был көндө «Уңыш биләмәһе» майҙансығына яңы эш башлаған эшҡыуарҙар ҙа, ысын бизнесмендар ҙа йыйылды. Уларға сара туймазыларҙы үҙенең продукцияһы менән таныштырыу, яңы ижад һөйөүселәр һәм клиенттар табыу өсөн йәнә бер мөмкинлек булды.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙан башҡа, бөтәһенән дә яҡшыраҡ ризыҡты кем әҙерләй? Мәҫәлән, «Сластена» фирмаһының кондитерҙары. Былтыр уның етәксеһе Алина Ғәлиева «Ҡатын-ҡыҙ - йыл директоры» республика конкурсында еңеү яулағайны. Иң төп номинацияла - «Бизнес корифейы», ул бына 17 йыл инде баҙар конкуренцияһы тулҡындары буйынса үҙ карабын ышаныслы йөрөтә. Ә кондитер Әлфиә Сладкова декрет ялы ваҡытында үҙенең һәләтен асты.

- Ауырға ҡалғанда бик тәмле әйберҙәр ашағы килә ине. Ә магазин тәмлекәстәре балаға зыян килтереүҙән ҡурҡа инем, - тип һөйләй эшҡыуар. - Интернеттағы рецептарға таянып, үҙем дә тәм-том яһай башланым. Башта Әлфиәнең хоббиһы тураһында заказ бирә башлаған туғандары һәм әхирәттәре белде, һуңынан сарафан радио эшләй башланы.

- Ирҙәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар бер-береһен тулыландырып, бер-береһенә мохтаж булһын өсөн, Алла уларҙы юҡҡа ғына барлыҡҡа килтермәгән, - ти «бал ҡорто бизнесы» хужабикәһе Эльвира Миңлегәрәева. Хәләл ефете Венер менән ул атаһының эшен дауам итә. Бал һатыу менән генә сикләнмәй, эшҡыуар төрлө тәғәйенләнештәге һәм фасовкалағы умартасылыҡ продукцияһын етештерә.

Туймазыла тағы бер эшҡыуар Оксана Шафиҡованың бизнесы ла яҡшы бара. Тәүҙә ул тырнаҡ сервисы булдырҙы, һуңынан башҡа ҡатын-ҡыҙҙарҙы маникюр сәнғәтенә өйрәтеүсе онлайн-курстар ойошторҙо. Ә хәҙер ике бала әсәһе теләүселәрҙе маркетплейста эшләргә өйрәтә.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас