Волонтер-медиктар араһында Туймазы шәфҡәт туташы ла бар.
Туймазы үҙәк район дауаханаһы реанимация бүлегенең 45 йәшлек шәфҡәт туташы Гөлназ Дәүләтшина үҙ теләге менән Донецкиға китте. Унда Гөлназ шартлауҙан һәм бомба ташлауҙан зыян күргән халыҡҡа ярҙам күрһәтә.