+23 °С
Облачно
Новости
21 Февраля 2022, 07:34

Туймазы дзюдосылары Төбәк-ара турнирҙа призлы урындар яуланы

Спортсылар төрлө дәрәжәлә өс миҙал алып ҡайтты.

Уҙған ял көндәрендә Стәрлетамаҡта Шермановтар иҫтәлегенә дзюдо буйынса Төбәк-ара турнир үтте. Унда Рәсәйҙең 10 төбәгенән 200 спортсы ҡатнашты. Туймазы районынан 1-се спорт мәктәбе дзюдосылары сығыш яһаны. Ярыштар 2010-2011 һәм 2008 йылғы ҡыҙҙар араһында үтте. 28 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында өсөнсө урынды Туймазынан Анина Әйүпова алды. Һылыуҡайҙың тренеры - Елена Абдуллина. Рөстәм Мөхәмәтдиновтың уҡыусылары ике көмөш миҙал яуланы: 32 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында Ралина Мөхәмәтдинова, 44 килограмға тиклемге категорияла Лилиана Саматова.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас