+15 °С
Облачно
Новости
16 Февраля 2022, 09:54

Иғтибар, яңы китап!

З. Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә өр-яңы китап донъя күрҙе. Рус телендәге баҫма «Магия башкирского тамбура» тип атала, авторы — техник фәндәр кандидаты Айгөл Камалиева.

Баҫма тыуған яҡты өйрәнеүселәр, тикшереүселәр, дизайнерҙар һәм киң ҡатлам уҡыусылары өсөн иҫәпләнгән.

Башҡорт сәнғәтендә тамбурлы сигеү — туҡымаларҙы декоратив эшкәртеү буйынса боронғо алым. Был сигеүҙең иң киң таралған төрө. Башҡорт тамбурына традицион элементтар ҡатыш сәскәле-үҫемлекле орнамент хас, сигеүҙәрҙә сәскә, емеш суҡтары, үҫемлек һабаҡтарының сағылышы күренә. XIX быуат уртаһына тиклем сигеү өсөн төп материал булып йорт шарттарында етештерелгән туҡыма хеҙмәт итһә, XIX быуаттың икенсе яртыһынан — кизе-мамыҡ һәм ебәк туҡымалар була. Энә һәм ырғаҡ ярҙамында, киргегә ҡуйып та тегәләр.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас