Бөгөн иртән Октябрьский ҡалаһында янғын сыҡты. Төньяҡ урамындағы биш ҡатлы йорттоң өсөнсө ҡатында фатир янып китә.
Был хаҡта республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр килгән.
Янғын һүндергән саҡта ҡотҡарыусылар ирҙең кәүҙәһен тапҡан. Һуңғараҡ табиптар уның үлемен теркәгән. Һәләк булған кешенең кем булыуын хоҡуҡ һаҡлау органдарына асыҡларға кәрәк.
Әлеге ваҡытта янғын сығыу сәбәптәре асыҡлана һәм экспертиза үткәрелә.