+15 °С
Облачно
Новости
10 Февраля 2022, 09:59

Башҡортостан Башлығы хакимиәте хеҙмәткәрҙәренең 12% сирләй — Диана Ихсанова

Әлеге ваҡытта Башҡортостан Башлығы хакимиәте хеҙмәткәрҙәренең 12 проценты сирләй. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Диана Ихсанова хәбәр итте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостан Башлығы хакимиәте хеҙмәткәрҙәренең 12% сирләй — Диана ИхсановаБашҡортостан Башлығы хакимиәте хеҙмәткәрҙәренең 12% сирләй — Диана Ихсанова
Башҡортостан Башлығы хакимиәте хеҙмәткәрҙәренең 12% сирләй — Диана Ихсанова

 

«Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә хеҙмәткәрҙәрҙең 12% ауырый. Бөтәһе лә коронавирус инфекцияһы менән түгел, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, башҡа сирҙәр ҙә бар. Ошондай эпидемиологик осор өсөн ҙур һандар тип әйтмәҫ инем. Эш штат режимында дауам итә, бурыстар кәмемәй, ләкин республика Башлығы ҡушыуы буйынса бөтә кәңәшмәләр онлайн-режимға күсерелде», — тине Диана Ихсанова.

Быға социаль селтәрҙә таралған «Хөкүмәт йорто хеҙмәткәрҙәренең яртыһынан ашыуы ауырый» тигән хәбәр сәбәпсе булды. Атап әйткәндә, хакимиәт етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Урал Килсенбаев социаль селтәрҙәге аккаунтында коронавирус менән сирләүе хаҡында яҙып сыҡты.

«Ике йыл вирус менән яҡындан осрашманым, ә бына яҡындарым ике тапҡыр ауырыны. Хәҙер мин дә йоҡторҙом. Ваҡытында прививка яһатҡас, еңел үткәрәм, өйҙән эшләйем. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ», — тип яҙҙы ул.

Башҡортостан Башлығы хакимиәте хеҙмәткәрҙәренең 12% сирләй — Диана Ихсанова
Башҡортостан Башлығы хакимиәте хеҙмәткәрҙәренең 12% сирләй — Диана Ихсанова
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас