+20 °С
Облачно
Новости
7 Февраля 2022, 11:05

Туймазыла янғында тәне бешкән 90 йәшлек ҡатын вафат булған

Аш-һыу әҙерләгәндә оло йәштәге ҡатындың кейеме янып китә.

Туймазыла ғәҙәттән тыш хәл 29 ғинуарҙа уҡ булған. Ошо ваҡыт эсендә табиптар оло йәштәге ҡатынды ҡотҡарырға тырышҡан. Тәүҙә - Туймазы үҙәк дауаханаһының реанимация бүлегендә, һуңынан 18-се ҡала клиник дауаханаһының Өфөләге тән бешеү үҙәгендә. Шуға ҡарамаҫтан, уның вафат булыуы билдәле булды.

Был йыл башынан Туймазы районында өсөнсө осраҡ. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы төбәк халҡын аш бүлмәһендә ут һәм электр приборҙары менән һаҡ эш итеүҙәрен һорай.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас