- Мортаза Ғөбәйҙулла улын иртәнсәк үк ҡотлап, иң мөһиме, уға ныҡлы һаулыҡ теләнем, - тип билдәләне ул.
«Республика өсөн ауыр йылдар алыҫайған һайын, ниндәй ҡатмарлы һәм яуаплы осор булғанын аңлайым. Шундай кешенең республикабыҙға етәкселек итеүе уның артабанғы үҫешендә ҙур роль уйнаны. Мортаза Ғөбәйҙулла улына изге теләктәремде еткерәм, иң мөһиме — ныҡлы һаулыҡ», — тине Радий Хәбиров.