+13 °С
Облачно
Новости
3 Февраля 2022, 11:36

Таймазыла ковид госпиталь февралдә эшләй башлай

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо хаҡта һөйләне.

«Республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың артыуы дауам итә. Ошоға бәйле бер нисә фекер һәм ҡарар. Һаулыҡ һаҡлау системаһы мохтаждарҙың барыһын да дауаханаға һала ала. Беҙҙең потенциал - 10 меңгә тиклем койка-урын. 2 февралгә 2300 койка-урын әҙерләнек. Өҫтәүенә февралдә Туймазыла госпиталде асабыҙ. Сибайҙа госпиталь төҙөйбөҙ», - тип яҙҙы республика етәксеһе.

Республикала Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге операторҙары ла һанын 14-тән 124-кә тиклем арттырҙы, ул көн һайын иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләй, тип билдәләне ул. Уға 8 (347) 218-19-19 номеры буйынса шылтыратырға мөмкин.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас