+18 °С
Облачно
Новости
3 Февраля 2022, 12:02

Башҡортостан менән Татарстан сигендә хәрәкәт сикләнде

Әммә әлегә хәрәкәт ябылмай.

Татарстанда һәм Ырымбур өлкәһендә М-5 трассаһында 12 сәғәттән алып (урындағы ваҡыт буйынса) йөк һәм пассажир транспортының хәрәкәте ваҡытлыса сикләнде.

«Урал буйы» автомобиль блдары идаралығы мәғлүмәте буйынса, 3 февралдә көндөҙгө сәғәт 12-нән М-5 федераль юлының 1194-се саҡрымынан (Төньяҡ тораҡ пункты) 1281-се саҡрымына тиклемге участкала (Октябрьский ҡалаһы) пассажир автобустары, маршрут таксиҙары, еңел таксиҙар, йөк транспорты өсөн хәрәкәт ваҡытлыса сикләнде.Көслө ел, буран, ҡар яуыу һәм күреү мөмкинлеге насар булыуы сәбәпле ошондай саралар ҡабул ителде.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас