+11 °С
Облачно
Новости
28 Декабря 2021, 17:46

Туймазыла мәктәп бәҙрәфендә ҡулы яраланған ҡыҙ бала табылған

Был хәл ҡала мәктәптәренең береһендә булған.

Туғыҙынсы класс уҡыусыһының ҡулы ҡырҡылған.

Туймазы районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Ольга Чернова хәбәр итеүенсә, 9 класс уҡыусыһы ҡулындағы яра менән бәҙрәфтә табылған. Уға тейешле медицина ярҙамы күрһәтелгән, дауаханаға һалыу талап ителмәгән. Хәҙер ул ата-әсәһе янында, уның һаулығына бер ни ҙә янамай.

Компетентлы хеҙмәттәр ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.

 

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас