-1 °С
Облачно
Новости
24 Декабря 2021, 11:47

Туймазы районында автомобиль уҡыусы ҡыҙҙы бәрҙергән

Кисә Туймазы районында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Сәғәт дүрттә Казнаковка ауылы янында Лада Гранта автомобиле (руль артында 47 йәшлек ҡатын булған) 10 йәшлек ҡыҙҙы бәрҙергән.

Добавить в предпочтительные источники Google

Авария һөҙөмтәһендә бала төрлө йәрәхәттәр алған. Уны Туймазы үҙәк район дауаханаһына алып килгәндәр. Билдәле булыуынса, ҡатын Төмәнәк ауылы яғына юл тотҡан. Уҡыусы мәктәптән һуң өйөнә ҡайтып барған булған.

Был ваҡиғаның сәбәптәрен хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре асыҡларға тейеш.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас