+23 °С
Ясно
Новости
15 Декабря 2021, 12:32

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы боҙлауыҡ һәм томан хаҡында иҫкәртә

Республиканың айырым райондарында ныҡ боҙлауыҡ көтөлә.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, 16 декабрҙә болотло һауа торошо фаразлана. Төндә урыны менән, көндөҙ тотош республикала бер аҙ ҡар яуа. Айырым райондарҙа боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан секундына 8-13 метр.

Һауа температураһы төндә -2,-7, көнсығышта -12, көндөҙ -1,-6 градус. Юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ, ҡар, төндә һәм иртән урыны менән томан.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас