+20 °С
Облачно
Новости
7 Декабря 2021, 12:21

Туймазыла ковид-госпиталь төҙөлә башланы

Туймазынан көнбайышҡа сығыу юлында төҙөлөш техникаһы геүләй.

Бында мөһим һәм кәрәкле эш алып барыла - ике ай дауамында был урында ковид-госпиталь төҙөү планлаштырыла.

- Әле майҙансыҡта ер һәм планировка8ы эштәре бара, төҙөлөш материалдарын йыйыу өсөн майҙансыҡ әҙерләне. Эштәргә ун ярым берәмек махсус техника йәлеп ителгән: участканы тигеҙләүсе экскаваторҙар һәм бульдозерҙар, - ти эштәр кураторы, «Арс» компанияһының баш инженеры Александр Браилко (Өфө). - Уларҙы ике аҙна эсендә тамамлау күҙаллана. Шунан һуң канализация ҡороу, нигеҙ һалыу, модулдәр һалыу башлана. Был этапҡа 600-гә яҡын кешене йәлеп итеү күҙаллана.

Яңы төҙөлөш урынында штаб барлыҡҡа килгән, генераль подрядсыһы - «Башеврокуб» модулле конструкциялар заводы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Нефтекама) - металл конструкцияларын һәм үҙҙәре етештергән панелдәрҙе килтерә башлай. Төҙөүселәрҙең бөтә технологик процесы тәүлек әйләнәһенә яҙылған:

 - Һәр корпустың стеналарын монтажлау бер нисә көн ваҡытты аласаҡ, - тип дауам итә Браилко. - Төҙөлөш тәүлек әйләнәһенә алып барыласаҡ. Бының өсөн яҡтыртыу мачталарына һәм дизель-генераторҙарға заказ бирелгән. Госпиталь ҡурай формаһында төҙөләсәк. Унда операция бүлмәләре, реанимация, шулай уҡ экспресс-лаборатория, интенсив терапия бүлеге, ауырыуҙар өсөн палаталар урынлашасаҡ. Дөйөм алғанда ул 100 пациентҡа иҫәпләнгән, әммә ғәҙәттән тыш хәл режимында бында 350-гә тиклем кеше урынлаша аласаҡ.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас