+13 °С
Облачно
Новости
7 Декабря 2021, 12:39

Абҙаҡта бәләкәй малай тау саңғыһы трассаһында күтәргестән ҡолап төшкән

Хәҙер бала Белорет үҙәк дауаханаһының травматология бүлегендә ята. Малайға һигеҙ йәш. 

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса, ҡолағандан һуң баланы тауҙан төшөргәндәр һәм табиптарға илткәндәр. Табиптар малайҙың терһәге имгәнгән,тип хәбәр иттеләр. Бала ҡолаған бейеклек яҡынса 4-5 метр тәшкил итә.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас