+25 °С
Ясно
Новости
6 Декабря 2021, 07:21

Элвин Грей ҡытай телендә йырлай белгән башҡарыусыны эшкә алырға теләй

Элвин Грей псевдонимы аҫтында сығыш яһаған билдәле башҡарыусы Радик Юлъяҡшин ҡытай телендә йырлай белгән йырсыны эҙләй. Вакансия «Рәсәйҙә эш» сайтында баҫылған.

Дәғүәсе юғары музыкаль белемгә һәм 5 йылдан ашыу йырсы тәжрибәһенә эйә булырға, шулай уҡ уның бик шәп вокаль, музыкаль һәм сәхнә һәләттәре булырға, «үҙенсәлекле һәм сағыу», «ҙур һәм яуаплы партияларҙы башҡарғанда юғары профессиональ оҫталыҡҡа» эйә булырға, тамашасыларҙың һөйөүен яуларға тейеш. Йырсы тауыш яҙҙырыу программаларын файҙалана белергә, шулай уҡ инглиз һәм ҡытай телдәрен яҡшы  белергә тейеш.

Дәғүәсегә 15 400 һумдан алып эш хаҡы тәҡдим ителә.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас