+20 °С
Облачно
Новости
3 Декабря 2021, 10:52

Туймазы кешеһе Бәләбәй районында аварияға эләккән

Ирҙе төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатҡандар. 

2 декабрҙә Бәләбәй-Приют юлында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. 27 йәшлек туймазылылы "Вис" фургоны машинаһында булған. Ул ҡаршыға килгән ГАЗ йөк машинаһы менән бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә Туймазы районынан водитель төрлө йәрәхәттәр алған. Ул дауаханаға оҙатылған.

Башҡортостандың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһында ГАЗ водителенең хәле тураһында хәбәр итмәнеләр. Уҙған тәүлектә Башҡортостан юлдарында ике меңдән ашыу хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлгән.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас