Был турала Башҡортостан хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе.
«Республикала инфекция дауаханалары базаһын көсәйтергә хәл иттек. Киләһе йылдарҙа коронавирус инфекцияһы менән көрәш мөһим саҡырыуҙарҙың береһе булыр, моғайын. Шуға күрә Туймазыла һәм Сибайҙа госпиталдәр төҙөү тураһында ҡарар ҡабул иттек», — тине Башҡортостан Башлығы.
Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров ике майҙансыҡтың раҫланыуын, ведомстволарҙың дауаханалар концепцияһын хуплауын хәбәр итте.
«Һәр госпиталь 9 мең квадрат метр майҙанда урынлаша. Әлеге ваҡытта финанслау, проектлау мәсьәләләре тамамлана. Төҙөлөштөң ике ай эсендә тамамланырына иҫәп тотабыҙ», – тине Андрей Назаров.