+15 °С
Облачно
Новости
23 Ноября 2021, 07:10

Республика трассаһында ике йөк фураһы бәрелешкән

Авария республиканың Бүздәк районында теркәлгән

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, М5 "Урал" автомобиль юлының 1356-сы саҡрымында ике йөк фураһы, Новосибирск өлкәһендә йәшәгән 44 йәшлек ир "Volvo" машинаһында һәм ҡаршыға килгән "MАN" (уның артында Силәбе өлкәһенән 58 йәшлек ир булған )бәрелешкән. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә икенсе йөк машинаһы водителе урында һәләк булған. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас