+12 °С
Облачно
Новости
22 Ноября 2021, 07:46

Туймазы районында аварияла ике автомобиль янған

Авария 21 ноябрҙә М-5 трассаһында теркәлгән.

Кисә көндөҙ М-5 трассаһында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Туймазы районының Константиновка ауылы янында "Renault Duster" һәм УАЗ автомобилдәре бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә УАЗ машинаһы яна, ут икенсе автомобилгә лә күсә. "Renault Duster" автомашинаһы менән 19 йәшлек Татьяна идара итә. УАЗ машинаһының рулендә 53 йәшлек Туймазыла йәшәгән кеше булған. Ир һәм уның 49 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатылған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре был аварияны  тикшерә.

Республика ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, 21 ноябрҙә Башҡортостанда 13 юл-транспорт ваҡиғаһы булған. Уларҙа 17 кеше зыян күргән.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас