+18 °С
Ясно
Новости
26 Октября 2021, 11:52

Туймазы районының ауылы вакцинация өсөн 400 мең һум отҡан

 Ҡарамалы-Ғөбәй ауылы "Сәләмәт ауыл" республика конкурсы призеры булды.

Проект Башҡортостанда быйыл йәй башланды. Уның төп маҡсаты - коронавирусҡа ҡаршы прививка яһау иҫәбенә халыҡтың коллектив иммунитетын булдырыуға булышлыҡ итеү. Проектты республиканың барлыҡ муниципалитеттары ла хупланы: Урындағы властар һәм депутаттар халыҡ менән осрашыуҙар үткәрҙе, йәштәр өсөн спорт саралары ойошторолдо, алыҫта урынлашҡан ауылдарға вакцинациялау пункттары ойошторолдо. Проект йомғаҡтары буйынса ойоштороу комитеты 24 ауыл тораҡ пунктын асыҡланы, унда 31 авгусҡа иң күп кеше прививка яһатҡан. 1200 кеше йәшәгән Ҡарамалы-Ғөбәй ауылы "Ҙур ауыл биләмәләре" категорияһында икенсе урын алды. Йәй аҙағына ауылда халыҡтың 82 процентына прививка яһалған.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас