Сентябрь аҙағында Һамар биш көнгә халыҡ-ара музыка ижады үҙәгенә әйләнде. "Виват, баян!" Конкурсына бөтә донъянан виртуоз баянсылар йыйылды. Туймазы районының Собханғол ауылы балалар сәнғәт мәктәбенең 12 йәшлек тәрбиәләнеүселәре Анастасия Попова һәм Элина Хәбирова ошо музыка байрамында Башҡортостандың берҙән-бер вәкилдәре булды. "Ансамблдәр-Варьете" категорияһында ҡыҙҙар дуэты I дәрәжә лауреаты булды, ә ансамблдәр категорияһында «Баян-Микс» - II дәрәжә лауреаты. Эльза Батталованың уҡыусылары дүрт әҫәр башҡарҙы. Анастасияның сығышын II дәрәжә лауреат миҙалы менән баһаланылар (беренсе урын бирелмәне). Ҡатнашыусылар һәм жюри алдында ул дүрт композиция, шул иҫәптән алты өлөштән Александр Прибыловтың "джаз эскиздары"нда уйнаны. Дөйөм алғанда, ҡыҙыҡай туғыҙ әҫәрҙе башҡарҙы.
.