Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика мәктәптәре календарь уҡыу графигына ярашлы 29 октябрҙән 7 ноябргә тиклем көҙгө каникулдарға сығасаҡ.
«Каникулдарҙы ваҡытынан алда индереү һорауы ҡаралмай. Республика колледждары студенттары ла ял көндәре иғлан ителеү сәбәпле был ваҡыт арауығында уҡымаясаҡ», - тип белдерҙеләр министрлыҡтан.
Балалар баҡсаларында иһә ял көндәрендә дежур төркөмдәр ойоштороласаҡ. Уларҙың эше буйынса һорауҙар булғанда балалар баҡсаһы етәкселегенә йәки йәшәгән урынға ҡараған мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.https://www.bashinform.ru/news/social/2021-10-21/studentov-kolledzhey-bashkirii-zhdut-osennie-kanikuly-naravne-so-shkolnikami-2555839