18 октябрҙә Ленин проспекты һәм Комаров киҫелешендә йәйәүлеләр ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә пенсионер ҡатын зыян күргән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 60 йәшлек ҡатын юл аша үткәндә светофорҙың йәшел сигналы янған. Был мәлдә уны Kia RIA автомобиле бәреп киткән. Оло йәштәге ҡатын төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатылған.
Туймазы районы буйынса ЮХХДИ-нан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған аҙнала муниципалитетта 20 юл-транспорт ваҡиғаһы булған, 1 кеше дауаханаға оҙатылған.