Бөгөн төнгө сәғәт 3-тә Туймазы районында авария теркәлгән. Юлда Kia Rio маркалы ике автомобиль бәрелешкән. Бер сит ил автомобилендә - 40 йәшлек Туймазыла йәшәгән ҡатын-ҡыҙ, икенсеһендә Стәрлетамаҡтан 27 йәшлек ир рулдә ултырған. Республика ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ҡатын-ҡыҙ алған йәрәхәттәрҙән урында һәләк булған. Икенсе машина водителе һәм уның 33 йәшлек пассажиры дауаханаға оҙатылған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренә авария сәбәптәрен асыҡларға кәрәк.