Тейешле килешеүгә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм "КАМАЗ" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Сергей Когогин ҡул ҡуйҙы.
Туймазы предприятиеһы базаһында сәнәғәт технопаркы ойоштороласаҡ. Ул хәҙерге буш цехтарҙың 20 мең квадрат метрында урынлашасаҡ. Парктың төп резиденты - "Туймазы автобетоновоздар заводы" асыҡ акционерҙар йәмғиәте.