+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Сентябрь 2021, 15:02

Башҡортостан ҡош киҙеүе менән зарарланыу буйынса хәүеф зонаһында

Был хаҡта республиканың Ветеринария идаралығы иҫкәртә.

 

Рәсәйҙә ҡош киҙеүе буйынса хәл көсөргәнешле ҡала. 17 сир теркәлгән, шуларҙың бишәүһе - Башҡортостан менән сиктәш Силәбе өлкәһендә. Республиканың Ветеринария идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, сирҙе ҡырағай, ауыл хужалығы ҡоштары араһында ла теркәгәндәр. Ҡош киҙеүенең инкубация осоро өс көндән бер нисә аҙнаға тиклем дауам итеүе ихтимал. Ҡоштоң ауырыуын түбәндәге билдәләр буйынса билдәләргә мөмкин: ашауҙан баш тартыуы, ҡоштоң башы артҡа һалына. Белгестәр сир таралыуға юл ҡуймау өсөн саралар күрә. Атап әйткәндә, продукцияны һәм ҡошсолоҡ фабрикаларын тикшереү күләме арттырылды.

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: