+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Сентябрь 2021, 15:30

Туймазы районы тураһында энциклопедия донъя күрҙе

 Үҙәк китапханала Туймазы энциклопедияһының презентацияһы үтте.

Туймазы районы тураһында энциклопедия донъя күрҙе
Туймазы районы тураһында энциклопедия донъя күрҙе

 Үҙәк китапханала Туймазы энциклопедияһының презентацияһы үтте.

Туймазы районына бағышланған энциклопедияны булдырыу районда күптән хыялланалар. Әммә был эште йырып сығырға күп көс талап ителә. Шуға күрә Туймазы халҡына уны профессионалдар командаһы ярҙамында бюджет иҫәбенә булдырырға тәҡдим килгәс, бөтә район менән эшкә тотоналар.

- 2019 йылда китапханаларҙан, музейҙарҙан, шәхси архивтарҙан, мәктәптәрҙән, ауыл биләмәләренән, йәмәғәт ойошмаларынан материалдар йыя башланыҡ, ҡала һәм район предприятиеларының мәғлүмәттәрен һораныҡ, - тип һөйләй район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Дилә Арыҫланова. - Бөтә мәғлүмәт беҙҙең хакимиәттә тупланды, һуңынан "Башҡорт энциклопедияһы" на системалаштырыу өсөн ебәрелә. Махсус эшсе төркөм ойошторолдо, унда күләмле китапҡа индерә торған мәғлүмәт  тикшерелде. Район-ара китапхана белгестәре менән йыйылған бай материал, крайҙы өйрәнеүсе Кузьма Сарычев эшмәкәрлеге был эштә ҙур роль уйнаны. Шулай уҡ Рим Гәрәев, Флорид Тереғолова и Әхәт Ғәзизовтың материалдары ҡулланылды.

Энциклопедияның инеш өлөшөн музей директоры Татьяна Малькова яҙған, ул музей фондтарынан фотолар ҙа әҙерләп бирҙе. Энциклопедияның сағыу һүрәттәре өҫтөндә "Туймазы хәбәрҙәре" гәзитенең фотографтары Әнәс Арыҫланов һәм Лилиә Калантарян эшләне. Ниһайәт, ошо оло эш һөҙөмтәһе булып матур китап нәшер ителде.

Район-ара үҙәк китапханаһында энциклопедия презентацияһы үтте. Предприятие етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары ағзалары, райондың почетлы граждандары китап менән танышыны.

"Туймазы энциклопедияһы" ике өлөштән тора: инеш һәм алфавит системаһы, китапта 2250-нән ашыу мәҡәлә, шул иҫәптән 1350 биографик мәҡәләләр, - ти энциклопедистика һәм ғилми китап сығарыу бүлеге мөдире, "Башҡорт энциклопедияһы" ғилми баҫмаларының баш мөхәррире Булат Латипов. - Бынан тыш, бында 870 иллюстрация урынлаштырылған. Баҫмала райондың тарихы, административ-территориаль ҡоролошо, социаль-иҡтисади хәле, ижтимағи-сәйәси һәм мәҙәни тормошо, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм ауыл хужалығы системаһы үҫеше тураһында мәғлүмәттәр тупланған, географик объекттар, тәбиғәт ресурстары, хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһы һүрәтләнгән, районды хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтары менән данлаған кешеләрҙең биографиялары тупланған. Беҙ китапта Туймазы районы тарихынан ҡыҙыҡлы факттар тураһында һөйләргә тырыштыҡ, шулай уҡ китап өлкәндәргә генә түгел, балаларға ла ҡыҙыҡлы булыр.

Тантаналы шарттарҙа бер нисә дана энциклопедияны райондың почетлы граждандары, предприятие һәм учреждение етәкселәренә тапшырҙылар. Туймазы районының почетлы гражданы Флорид Тереғолов тулҡынланыуҙарын йәшермәй.

- Энциклопедияны файҙаланып, кескәй туймазызылар үҙ еренең тарихын белер өсөн барыһын да эшләргә тырыштыҡ, - тип билдәләне ул.

Күп йылдар район һәм ҡала тормошоноң фотойылъяҙмаһын алып барған Әнәс Арыҫланов үҙенең архивында ошондай биш баҫмаға фотолар етеүен билдәләп үтте. Тимәк, кипатың дауамы булырға тейеш?

Беҙҙең белешмә: Туймазы энциклопедияһы 1800 дана тираж менән нәшер ителгән. Уның өҫтөндә эш "Башҡортостан Республикаһында Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм халыҡтарҙың этномәҙәни үҫеше" дәүләт программаһы сиктәрендә алып барылды. Китап презентацияһы шулай уҡ Ҡандра, Серафимовка ауылдарында үтте.

Туймазы районы тураһында энциклопедия донъя күрҙе
Туймазы районы тураһында энциклопедия донъя күрҙе
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: