+14 °С
Облачно
Новости
13 Августа 2021, 07:37

Төн йырсыһы

Октябрьский ҡалаһында йәшәгән һәм ижад иткән Морат Солтановтың (псевдонимы – Морат Солтан) «Китап» нәшриәтендә шиғри йыйынтығы донъя күрҙе. Был – яҡташыбыҙҙың беренсе китабы.

Төн йырсыһыТөн йырсыһы
Төн йырсыһы

Октябрьский ҡалаһында йәшәгән һәм ижад иткән Морат Солтановтың (псевдонимы – Морат Солтан) «Китап» нәшриәтендә шиғри йыйынтығы донъя күрҙе. Был – яҡташыбыҙҙың беренсе китабы. Быға тиклем шиғырҙары, хикәйәләре «Ағиҙел», «Шоңҡар», «Башҡортостан», «Йәшлек», «Киске Өфө» республика журнал-гәзиттәрендә баҫыла килде. Автор Р. Ҡол-Дәүләт исемендәге республика премияһы лауреаты, «Ҡош юлы» фестиваленең шағирҙар бәйгеһендә Гран-при, «Ҡәләм һынау» республика әҙәби конкурсында беренсе урынды яулаған. Йыйынтыҡҡа 20 йыл эсендә яҙылған шиғырҙар тупланған. Ҡайһы берҙәренә йырҙар ҙа ижад ителгән.

 


«Китап» нәшриәтенең рәсми сайтында йыйынтыҡ хаҡында түбәндәге мәғлүмәт бирелгән: «Морат Солтандың «Төн йырсыһы» тип аталған шиғырҙар йыйынтығына ингән поэзия мистика, хоррор, готика жанрҙарына ҡарай. Шағир кеше тормошоноң аңлашылмаған, серле яҡтары менән ҡыҙыҡһына.
Үҙенә генә хас булған, көтөлмәгәнсә фәлсәфә ярылып ятҡан, тормош ысынбарлығын үҙе күргәнсә шиғыр юлдарына һалған йәш ҡәләм оҫтаһының ижады уйланырға мәжбүр итә. Йәшәйеш һәм мәңгелек тураһында асыҡтан-асыҡ әйтелә был шиғырҙарҙа».

«Шиғри һүҙ һәм поэтик образдың тамырҙары үҙе һымаҡ бик борон һәм үҙенсәлекле. Тап уларҙа Йыһан менән бәйләнеше, Ғаләмде тойоу һәм аңлау, тәбиғәт менән гармонияла сағылыш таба.

Морат Солтановтың йыйынтығын уҡып сыҡҡас, шиғриәттең сикһеҙ сиктәре, күреп өйрәнмәгән яҡтары хасил булды. Беҙ традицион шиғ-риәттә, М. Кәрим әйтмешләй, «Ерҙең ҡояшлы яғын» күрергә өйрәнгәнбеҙ. Ә күләгәлә, ышыҡта, ҡараңғыла, тау артында ниҙәр бар? Автор йыйынтығын да «Төн йырсыһы» тип, юҡҡа атамайҙыр», – тип яҙа китаптың «Төн ҡоршауындағы күңел» исемле аталған баш һүҙендә Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев.

Беҙ атлайбыҙ Ай артынан,

Тик юлыбыҙ ҡуласа –

тип шағир үҙ ҡиблаларын билдәләгән төҫлө лә. Ләкин уның:

Байраҡ булһа батыр рухы

Хаҡ иман булһа ҡалҡан, –

тигән фекере традицион башҡорт шиғриәте рухынан ауаздаш. Шулай ҙа уның:

Үҙем – Тәңре. Күңелемә

Доғаларҙы һыҙам, –

тигән юлдарҙы уҡып, Бабич юлдарын иҫкә төшөрҙөм. Ҡыйыу! Шағирҙарса! Лирик геройҙың бындай аҙымдары һиҫкәндереп ебәрә, – ти Зәки Арыҫлан улы.

«Морат шиғырҙарында һүҙ ҡәҙерен тоя, «Етмеш ете быуат буйы» шиғыры тулыһынса ассонансҡа ҡоролоп, үҙенсәлекле яңғыраш алған. Улар ябай алым түгел, ә лирик геройҙың фәлсәфәүи уйланыуҙары, һағыштары һәм шатлыҡтары булып күҙ алдына баҫа. Уның шиғриәтендә ҡараңғылыҡ батшалығы, шайтан образы, теге донъя йыш осрай. Бөтөнләй тәбиғи түгел. Минеңсә, автор донъяның ҡараңғы яғын һүрәтләп, саҡ ҡына булһа ла яҡтылыҡ, сафлыҡ табырға тырышалыр. Һәр хәлдә шағирҙың шиғри күңеле, хис-тойғолары эҙләнеү юлында. Донъянан төңөлмәгән. Тимәк, өмөт барлығын билдәләргә мөмкин», – тип иҫәпләй Зәки Әлибаев.

 


Марс Динисламов.

* * *

Бахыр сәғәт ниҙер һанай,

Гүйә, ваҡыт хужаһы ул.

Беҙҙең күңел аша үтә

Пәйғәмбәрҙәр күрһәткән юл.

Алдаҡ бәхет, ялған һөйөү…

Йөрәгемә бирегеҙ ял!

Ҡалдыр миңә тик тыныслыҡ,

Ҡайнар хисте үҙеңә ал.

Ҡалдырып кит яңғыҙымды.

Ике һүҙҙән берәү – артыҡ.

Күмергә ҡалғас әйтербеҙ:

Икебеҙ бер утта яндыҡ…

 

Төн йырсыһы
Төн йырсыһы
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас