+16 °С
Облачно
Новости
9 Августа 2021, 11:30

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бөтәһен дә янғынға ҡаршы көрәшкә саҡыра

Республиканың көнъяҡ райондарында урмандар яна. Ут әле һаман тулыһынса һүндерелмәгән. Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура урман хужалыҡтары биләмәһендә янғын дауам итә.

Республиканың көнъяҡ райондарында урмандар яна. Ут әле һаман тулыһынса һүндерелмәгән. Бөрйән, Йылайыр, Ейәнсура урман хужалыҡтары биләмәһендә янғын дауам итә.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бөтәһен дә янғынға ҡаршы көрәшкә саҡыра. Ҡоролтай ойошторған ирекмәндәр төркөмө иртәгә, 10 август, сәғәт иртәнге 5-тә (05.00) ойошманың автобусында юлға сыға. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары ырыуҙары вәкилдәре лә көньяҡ районда йәшәгән милләттәштәренә ярҙам итергә теләк белдерҙе.

Шулай уҡ, янғын һүндереүсе ирекмәндәргә ярҙам йыйыу ҙа ойошторола.
Аҙыҡ-түлек йә башҡа кәрәк-яраҡ килтерергә мөмкин.
Ярҙам итергә теләүселәрҙе Өфө ҡ., Революция урамы, 43 адресы буйынса көтәбеҙ.

Бар һорауҙар менән Ҡоролтай офисына мөрәжәғәт итегеҙ.
Белешмәләр өсөн телефон: +7 965 927-88-77

Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас