+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июль 2021, 16:03

Бөтә донъя фольклориадаһы илсеһе Надежда Бабкина бөгөн Өфөгә килде

Бөтә донъя фольклориадаһы илсеһе Надежда Бабкина Башкортостандың баш ҡалаһына килде. Өфө аэропортында уны мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡаршыланы.

Бөтә донъя фольклориадаһы илсеһе Надежда Бабкина Башкортостандың баш ҡалаһына килде. Өфө аэропортында уны мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡаршыланы.
Рәсәйҙең халыҡ артисы “Русская песня” ансамбле менән бергә 3 июлдә “Өфө-Арена”ла фольклор фестивален асыу тантанаһында сығыш яһай. “Ер. Йән. Фольклор” программаһы киске 5-тә башлана. Ул көндәге ҡунаҡтар араһында Кубань казак хоры, “Гжель” академия бейеү театры, Асҡар Абдразаҡов, Тина Кузнецова һәм республикабыҙҙың ижади төркөмдәре бар.
Фольклориада яңылыҡтарын белеп барғығыҙ килһә, “Бәйләнештә” селтәрендә: https://vk.com/folkloriada2021 һылтанмаһы аша инергә мөмкин.
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: