+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июнь 2021, 16:59

Турнир һине көтә

Ҡәнзәфәр бей иҫтәлегенә районда шахмат турниры ойошторолдо, һәм ул тиҙ арала үҫмерҙәр араһында популярлыҡ яуларға ла өлгөрҙө.

Ҡәнзәфәр бей иҫтәлегенә районда шахмат турниры ойошторолдо, һәм ул тиҙ арала үҫмерҙәр араһында популярлыҡ яуларға ла өлгөрҙө. Бының шулай икәнлеген Ямаҡай һәм Ҡарғалы ауылы һабантуй-ҙары ҡиссаларында үткәрелгән турнирҙар раҫлай. Көс һынашырға теләүселәр күп булды. Был бик ҡыуаныслы хәл. Һәм уның башҡа төрлө булыуы мөмкин дә түгелдер.Сөнки Башҡортостан Тамара Танһыҡҡужина кеүек донъя чемпионын бүләк иткән төбәк бит ул! Еңеүселәргә иҫтәлекле приздар тапшырылды, ҡатнашыусылар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы. Турнир дауам итә. Шахмат таҡтаһы сираттағы еңеүсеһен көтә. Бәлки ул һиндер?! Ашыҡ!
Автор:Гаухар Фазуллина
Читайте нас: