Унда ҡунаҡҡа Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге вәкилдәре, Туймазы педагогик колледжы студенттары йыйылды.
Байрамда «Ҡанлы» һәм «Әйле» ырыуҙары шәжәрәләре күрһәтелде. Фатхелисламовтарҙың ырыу ағасын Ирек Шарифьянович күрһәтте. Ул хәрби кеше, 27 лет хәрби хеҙмәттә булған. Уның туғандары араһында – Солтанморат, ул Юлай Аҙналин менән бергә хеҙмәт иткән. Фатхелисламовтарҙың шәжәрәһе 16 быуаттан килә.
Раян Талбутдин улы Баһаутдинов Ҡандракуль ауылында шәхси музей төҙөгән. Ул «Әйле» ырыуы тарихына ҡағылышлы материалдар йыйған.