Туймазы ҡалаһының үҙәгендәге Октябрь майҙанында иҫке асфальт түшәмен алып ташлау, коммуникациялар үткәреү эше тамамлана. Асфальт урынына таш бурсаларҙан плитә һаласаҡтар.
Ҡала хакимиәтенең төҙөкләндереү бүлеге начальнигы Ирек Шакиров әйтеүенсә, ер эштәре – иң ҡатмарлыһы һәм төҙөүселәрҙең күп ваҡытын ала. Майҙанда һәм уға илткән урындарҙа йәйәүлеләр юлдары барлыҡҡа киләсәк, сауҙа павильондары урынлаштырыласаҡ, уратып 38 электр үткәргесе нөктәһе, видеокүҙәтеү булдырыласаҡ.
Бында эре декоратив 40 ағас ултыртасаҡтар. Сәскә түтәле урынында яҡтыртҡыслы гранит фонтан эшләйәсәктәр. Төҙөкләндереү барышында шулай уҡ модуль бәҙрәф, ул хәрәкәт итеү проблемалары булған граждандар өсөн дә ҡулайлаштырыласаҡ, имсәк балалары булған әсәләргә уларҙы төрөү өсөн өҫтәл ҡуйылған махсус бүлмә буласаҡ.